“Самрау батша бүләге”

Бөгөн 4 в класы уҡыусылары Сибай ҡалаһының «Сулпан” балалар театрында “Самрау батша бүләге” исемле спектаклдең премьераһын ҡараны.
“Урал батыр” эпосына нигеҙләнеп ҡуйылған спектаклдең авторы Динара Ҡәйүмова. Ҡуйыусы режиссер — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирғәт Ғарипов.
Тамаша Марвел донъяһы супергеройҙары һәм батырҙарыбыҙ араһында параллель ҡуйылып, башҡорт батырҙары ла бер кемдән кәм түгел икәнен күрһәтә.
Спектаклдә ҡулланылған махсус эффекттар, костюмдар (рәссамы — Сулпан Азаматова), яңы алымдар, видеоанимациялар (видеографтары — Ләйсән Ғарипова, Фәһим Сөнәғәтов), музыка (композиторы — Вәсил Ғафаров), ҡуйылған бейеүҙәр (хореографы — Александр Родионов) – барыһы ла бер бөтөн булып күренеп, бик йылы ҡабул ителә.
Тамаша балаларға бик оҡшаны,. Урал батыр, Шүлгән, Йүгерек батыр, Тау батырҙы ихлас алҡышланылар.
«Самрау батша бүләге» премьераһы балалар күңелендә бер яҡтан изге тойғолар уятһа, ә икенсе яҡтан батыр, көслө рухлы булырға әйҙәй.