Бәләкәй генә ҡалабыҙҙа ике театр булыуы беҙҙең өсөн ҙур бүләк.
4 б класы уҡыусылары етәкселәре Хәмитова Миләүшә Ишбулды ҡыҙы менән «Сулпан» балалар театрында Динара Ҡәйүмованың «Самрау батша бүләге» исемле спектаклен ҡараны. Режиссерҙың «Урал батыр» эпосы батырҙарын хәҙерге йәнһүрәт геройҙары менән бер сәхнәлә осраштырыуы бигерәк мауыҡтырғыс булды.
Сәхнәнең зауыҡлы биҙәлеүе, геройҙарҙың сағыу кейемдәре, спектаклдең матур көйҙәр һәм бейеүҙәр тулыландырылыуы — барыһы ла бик оҡшаны!