Быйылғы йәй беҙҙең ғаилә өсөн сәйәхәткә һәм тәьҫораттарға бай булды

Әхмәтова Әмилә, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының 4в класы уҡыусыһы. Уҡытыусыһы – Бикмәтова Р. Ә.

Быйылғы йәй беҙҙең ғаилә өсөн сәйәхәткә һәм тәьҫораттарға бай булды. Йәмле яҙ миҙгеленең май айында Баймаҡ районында урынлашҡан, 1965 йылда тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән Ғәҙелша шарлауығын күрергә барҙыҡ. Ул Башҡортостандағы иң бейек шарлауыҡ. (15 метр).
Июнь айында Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөгә ҡунаҡҡа барҙыҡ. Өфө Ағиҙел буйында, бейек тауҙа урынлашҡан. Баш ҡалала беҙгә бик оҡшаны, бигерәк тә башҡорт халҡының милли геройы – Салауат Юлаев һәйкәле, “Дуҫлыҡ монументы”, “Ете ҡыҙ” музыкаль фонтаны хәтерҙә оҙаҡ һаҡланасаҡ!
Йәйге көндәр эҫе тороуға ҡарамаҫтан, ғаиләбеҙ менән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы – Зәйнәб Биишеваның тыуған ауылына юл тоттоҡ. Күгәрсен районының Туйөмбәт ауылында З. Биишеваның йорт-музейы эшләй. Ә инде унан ҡайтышлай Йылайырға туғандарға туҡтаныҡ. Бында ла беҙ буш йөрөмәнек. Йылайыр йылғаһында туйғансы һыу индек, ял иттек. XVIII б. нигеҙ һалынған билдәле Преображенск баҡыр иретеү заводының урынын барып ҡараныҡ, иҫтәлеккә фотолар төштөк. Быйылғы йылда Йылайыр районы республика һәм федераль проекттарында ҡатнашып, тарихи объекттарҙы тергеҙеүгә өлгәшкән. Мәҫәлән, Преображенский сиркәүен төҙөкләндергәндәр, Йылайыр йылғаһы буйында баҫма, обелиск, портал, “Дүрт онда” кеүек төрлө артобъекттар эшләнгән.
Ҡайҙа ғына бармаһаң да, үҙ тыуған ерең матурыраҡ, ҡәҙерлерәк. Беҙ ҙә яңы ерҙәрҙе күреп, көс туплап, ләкин тыуған төйәгебеҙҙе һағынып ҡайттыҡ.